เนื้อเพลง
Һөйөүеңә алдандым,
Хисеңде хөрмәт иттем.
Үлеп яратмаһам да,
Һөйөргә йөрьәт иттем.
Һине алдаған булып,
Үҙемдән алданғанмын.
Яратҡаным һин булған,
Бик һуңлап аңлағанмын.
Ярай әле һиҙмәйһең
Минең шул "һуңлауым"ды.
Шунан күрәмен йөрәк
Хистәре туҙмауыңды.
Бәлки һиҙенгәнһеңдер,
Тик яратыуың көслө.
Унан ҡеүәтле өлөш
Ахыры миңә лә күсте.
รูปแบบของดนตรี
скрипка, мужской голос, данс, поп,