мохаббат

1190

Musik skapad av Айгуль Мусина med Suno AI

Cover av låten мохаббат
мохаббат
v3.5

@Айгуль Мусина

Cover av låten мохаббат
мохаббат
v3.5

@Айгуль Мусина

Text
Ямғыр тамсыларын устарыма алам,
Һинһеҙ ҡалдым, йәрем, дуҫтарһыҙ ҙа ҡалам.
Йәшенле төндәрҙә тәҙерәмде асам,
Төн менән серләшеп, яңғыҙлыҡтан ҡасам.
Ямғырҙай түгеләләр күҙ йәштәр, күҙ йәштәр,
Хистәребеҙ ҡушылғанда күк йәшнәр, күк йәшнәр.
Күбәләктәй ҡағына тәҙерәм ишектәре,
Йөрәгем һағыштарын йәшендән ишет, йәрем.
Ямғыр тамсылары устарымды йыуа,
Йәшенле күктәрҙә серле юлдар тыуа.
Әйтер һүҙҙәрең тип уны ҡабул итәм,
Яңғыҙ тормошомда ҡабат табыл, иркәм.
Ямғырҙай түгеләләр күҙ йәштәр, күҙ йәштәр,
Хистәребеҙ ҡушылғанда күк йәшнәр, күк йәшнәр.
Күбәләктәй ҡағына тәҙерәм ишектәре,
Йөрәгем һағыштарын йәшендән ишет, йәрем.
Беҙ йөрөгән һуҡмаҡ сағыла йәшендә,
Беҙ ултыртҡан муйыл балҡый йәнәшәмдә.
Тәҙерәмде йыуа төнгө һалҡын ямғыр,
Таң еле һиҙелә, ә мин һаман яңғыҙ.
Musikstil
тоска по любимому человеку

Du kanske gillar

Relaterad spellista

Cover av låten Anya
v4.5

Skapad av Dienes László med Suno AI

Cover av låten علي
v6 Mini

Skapad av علي المنصب med Suno AI