Исендаме

844

Musique créée par Айгуль Мусина avec Suno AI

Couverture de la chanson Исендаме
Исендаме
v3.5

@Айгуль Мусина

Couverture de la chanson Исендаме
Исендаме
v3.5

@Айгуль Мусина

Paroles
Иҫеңдәме, йәйге төндә
Кәмәлә йөҙҙөк.
Хыялдарҙы йондоҙ итеп,
Һауаға теҙҙек.
Нурланып үҫкән сәскәләр
Яҡын болонда,
Ах, хуш еҫтәр бөркә ине
Һинең ҡулыңда.
Иҫеңдәме, йондоҙҙарҙан
Ҡорҙоҡ хыялды.
...Их, шул мәлдәр, мәңге һүнмәҫ
Кеүек тойолдо.
Йондоҙ-хыялдар һуң ниңә
Һүнде ҡабынып?
Нуры булып балҡыны ла
Һөйөү таңының.
Таң алдынан балҡып янған
Берҙән-бер йондоҙ,
Һинең һымаҡ, минең һымаҡ
Ҡалғандай яңғыҙ.
Тик нурлана әле бит ул
Уйҙарға күмеп.
Уға баҡһам, өмөттәрем
Һүнмәгән кеүек.
Style de musique
funk, violin, catchy, soul

Tu pourrais aimer

Liste de lecture associée

Couverture de la chanson Szept Muszli
v6 Pro

Créé par Jerzyna K avec Suno AI

Couverture de la chanson Ohi ....
v6 Pro

Créé par Roberto Lazzaris Bertoldi avec Suno AI